“ИҢДӘРЕМДӘ БӨТӘ ДОНЪЯ ЙӨГӨ…”
(Шағир һәм ғалим Ғилемдар Рамазановтың тыуыуына
100 йыл тулыу уңайынан)
Уҙған быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт шиғриәте, әҙәбиәт ғилеме, тәнҡите һәм журналистикаһы тарихында Ғилемдар Рамазановтың исеме хөрмәтле урындарҙың береһен алып тора. Үҙенең төрлө биҙәкле-балҡышлы шиғырҙары, поэмалары, төплө фәнни хеҙмәттәре һәм публицистик яҙмалары менән ул меңәрләгән уҡыусыларҙың күңелен яуланы, әҙәбиәтебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең гуманистик рухын билдәләшер ҡабатланмаҫ шәхес булды.
Ғилемдар Йыһандар улы 1923 йылдың 16 июнендә Саҡмағош районының Иҫке Балаҡ ауылында тыуып үҫкән. Ауылында башланғыс мәктәпте, 1938 йылда күрше Тәйнәш ете йыллыҡ мәкиәбен тамамлағас, ул Өфө педагогия училищеһына уҡырға инә. 1939-1941 йылдарҙа Дәүләкән башҡорт педагогия училищеһында белем ала. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Тәүҙә Өфө пехота училищеһында уҡый, запас уҡсы полктың курсанты була. 1942 йылдың май айында фронтҡа оҙатыла. Калинин фронтындағы, Великие Луки, Белый һәм Иҫке Русса ҡалалары эргәһендәге, Курск дуғаһындағы ҡан ҡойғос һуғыштарҙы үтеп, Украина, Польша, Германия һәм Австрияны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы, ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
1945 йылда фронттан ҡайтҡас та Башҡорт педагогия интитутының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә. Уны тамамлағас, бер ни тиклем ваҡыт Бөрө ҡалаһындағы пединститутта һәм педучилищела уҡыта. 1950-1953 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһында уҡый. “Башҡорт поэзияһында совет кешеһе образы” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап ҡайтып, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1955-1958 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын башҡарғандан һуң, йәнә институтҡа ҡайта. 1957-1966 йылдарҙа республиканың Журналистар союзын етәкләй. 1966 йылда “Мәжит Ғафури ижады” темаһына диссертация яҡлап, филология фәндәре докторы тигән ғилми дәрәжәгә лайыҡ була. Хаҡлы ялға киткәнгә тиклем институтта башҡорт әҙәбите тарихы һәм теорияһы буйынса ентекле тикшеренеүҙәр алып бара.
Ғилемдар Рамазановтың әҙәби ижад менән мауығып китеүе һуғыш алды йылдарына тура килә. Дәүләкән педучилищеһында уҡыған сағында бигерәк тә әүҙем яҙыша башлай. Һабаҡташтары, буласаҡ ҡәләм оҫталары Хәким Ғиләжев, Шәриф Бикҡол, Муса Ғәлиҙәр менән яҡындан аралашыу уға шиғриәт донъяһына инеп китеүгә көслө этәргес бирә. 1939 йылда уҡ ижад емештәре әҙәби альманахта һәм “Йәш төҙөүсе” гәзите биттәрендә баҫылып сыға. Яугирлек осоронда ла ҡәләмен ташламай йәш шағир, байтаҡ лирик әҫәрҙәрҙән тыш, “Зоя” һәм “Украина тураһында йыр” тигән поэмалар ижад итә.
1947 йылда тәүге шиғри йыйынтығы – “Беҙҙең быуын” китабы баҫылып сыға. Был китапҡа авторҙың башлыса һуғыш йылдарында ижад иткән әҫәрҙәре ингән һәм унда шағир үҙ быуыны вәкилдәренең яу яландарында күрһәткән ҡаһарманлығына дан йырлай.
Артабанғы йылдарҙа донъя күргән “Яҡты юлдар”, “Һөйөү һүҙе” һәм айырыуса “Йәшлек юлдары” исемле китаптары менән Ғилемдар Рамазанов үҙен өлгөрөп еткән шағир итеп таныта. Яуҙа һәм хеҙмәттә уҙған йәшлек йылдары, беренсе мөхәббәт, замана күренештәре, быуындаштарҙың яҡты образдары, халыҡтар дуҫлығы, тыныслыҡ өсөн көрәш, киләсәккә хыялдар – уның был осор шиғриәтендә үҙәкләшкән тема һәм мотивтар.Ошо китаптарға ингән “Иҙел буйындағы ҡалала”, “Йәшлек таңдары” кеүек поэмаларында автор йәнле итеп үҙ тиҫтерҙәре, ҡорҙаштарының һуғыштан һуңғы тыныс төҙөлөш шарттарындағы тормош юлдарын, бай хыялдарын һәм хеҙмәттәге ҡаҙаныштарын тасуир итә. Шағирҙың боронғо башҡорт героик эпос үрнәктәре, ҡобайырҙары мотивына ҡоролған “Урал поэмаһы” тигән әҫәре иһә үткәндәге тарихи-социаль ваҡиғаларҙы һәм күренештәрҙе киң иңләүе һәм эҙмә-эҙлекле итеп үҙ заманы ысынбарлығы менән ялғауы йәһәтенән характерлы.
Уның “Ғәжәп сәйәхәт”, “Ерән ҡашҡа” тигән йыйынтыҡтарына ингән “Урманда”, “Ағайым хаты”, “Бәпес” кеүек шиғырҙары һәм “Ауыл ҡыҙы”, “Ерән ҡашҡа” ишепоэмалары балаларға, үҫмерҙәргә төбәп яҙылған һәм тәрән гражданлыҡ пафосы менән һуғарылған, патриотик тойғоларға сорналған.
Шағирҙың айырым лирик әҫәрҙәренә Т. Шәрипов, Ғ. Дәүләтбирҙин кеүек композиторҙар тарафынан көй яҙылып, улар халыҡтың яратҡан йырҙарына әүерелде. “Имәндәр шаулай”, “Байрамғол юрғалары” йырҙары нәҡ шундайҙарҙан. Һүҙҙәре лә, көйө лә йәш-елкенсәктең күңеленә ятышлы булғанғалыр, күрәһең, етмешенсе-һикһәненсе йылдарҙа ауыл йәштәре араһында “Имәндәр шаулай” айырыуса популяр йыр булды.
Һуңынан Өфөлә генә түгел, Ҡазан һәм Мәскәү нәшриәттәрендә лә донъя күргән “Урал поэмаһы”, “Атай янында”, “Заман еле”, “Ярты быуат” (“Полвека”), “Илле йәштәгеләр”, “Салауат илендә” (“В стране Салавата”), “Һалдат һүҙе” (“Слово солдата”), “Өмөт” (“Надежда”), “Башҡорт балладаһы” (“Башкирская баллада”), “Алтмыш аҙым”, “Йәшлектә ҡунаҡта”кеүек китаптарында иһә шағирҙың уй-хистәре тағы ла тәрәнәйә, сағыуыраҡ төҫ ала. Автор һис бер нәмәгә лә битараф түгел, уны донъялыҡтағы һәр ваҡиға, күренеш, кеше, халыҡ, ил яҙмыштары борсой, берсә ҡыуандырып, берсә хәсрәтләндереп тәрән уйҙарға һала.
Иңдәремдә бөтә донъя йөгө,
Оло борсоу биләй күңелде.
Минең йортом – ерҙең
үҙәгендә,
Йөрәгендә тыуған илемдең [2, 274-се б.], –
тип бик хаҡлы яҙҙы ул бер шиғырында.
Һикһәненсе йылдарҙа илебеҙҙә һәм тыуған республикабыҙҙа экология мәсьәләре үтә лә киҫкенләшеп киткәс, шағир ижадында тәбиғәтте ҡурсалау һәм һаҡлау темаһы үҙәкләште. Был йәһәттән “Тәбиғәт хаҡында уйланыу” әҫәре айырыуса характерлы. Унда автор үҙенең йәшлек йылдарында кешенең, тәбиғәттән өҫтөн булырға маташып, уға ҡарата аяуһыҙлыҡ күрһәтеүен бик үкенеп-әсенеп хәтергә ала һәм замандаштарын уянырға, был хәүефле аҙымдан баш тартырға саҡыра:
Сәйерерәк булды беҙҙең йәш саҡ:
Лозунгылар менән һөйләштек,
Мәрхәмәтте унан көтмәйек, тип
Гел тәбиғәт менән көрәштек.
Һис йәлләмәй ҡырҡтыҡ урмандарҙы
Һәм киптерҙек көмөш күлдәрҙе,
Ҡороттоҡ беҙ йырсан шишмәләрҙе,
Туғайҙарҙа үҫкән гөлдәрҙе.
Бөгөн инде моңһоу ғына уҙам
Һирәгәйгән урман янынан,
Йылға буйҙарында күптән бөткән
Ҡуйы ҡамыштарҙы һағынам…
Әй кешеләр! Урман, туғайҙарҙың,
Тау-таштарҙың ҡәҙерен белегеҙ,
Тәбиғәт – ул беҙҙең үткәнебеҙ,
Тәбиғәт – ул килер көнөбөҙ! [2, 462-се б.]Әҙиптең һикһәненсе йылдар аҙағында – туҡһанынсы йылдар башында ижад иткән “Алданыу”, “Яҡындар”, “Ҡаты хөкөм итмәгеҙ”, “Уйланыуҙар”, “Сталин, 37…”, “Халыҡ, тибеҙ…” кеүек шиғырҙарында һәм “Рудольф Нуриев”, “Европаға хат” поэмаларында үткәндәргә тәнҡит күҙлегенән бағыу, ватан һәм ватансылыҡ, шәхес һәм халыҡ, дуҫлыҡ һәм хыянат, миллилек һәм интернационаллек кеүек төшөнсәләргә яңыса ҡарау, болғансыҡ замандың алама күренештәренән сығып борсолоулы уйҙарға бирелеү өҫтөнлөк итә. Мәҫәлән, “Алданыу” әҫәрендә ул үҙ быуыны исеменән, күңеле төшөп, үткәндәргә ҡараш ташлай һәм ил башлыҡтарының күпме йылдар халыҡты тормошҡа ашмаҫ пландары, хыялый вәғәҙәләре менән алдап-йолдап тотҡанлыҡтарын ҡаты тәнҡит итә:
Уйлап торһаң, ниҙәр күрелмәне:
Үҙебеҙҙең илдә ят булдыҡ,
Сабый бала һымаҡ инандыҡ шул –
Күпме “даһиҙарға” тап булдыҡ!
Алла итеп күккә сөйгәнебеҙ
Булған даһа ҡаты бәғерле,
– Ғүмерем – кешеләргә! – тигән үҙе,
Белмәгән тик шәхес ҡәҙерен.
Икенсеһе – беҙ табынған ата,
Исеме менән утҡа кергәнмен,
Уныһы илде тоташ төрмә итеп,
Йәнен ҡыйған аҫыл ирҙәрҙең.
– Бына тиҙҙән килер коммунизм! –
Тине береһе – ә беҙ ышандыҡ,
Икенсеһе:
– Бөтә Европаны Кесе Ерҙә
Мин ҡотҡарҙым, – тине, – ышандыҡ.
Беренсеһе донъя ҡаршыһында
Трибунанан кеше көлдөрҙө,
Береһе – күкрәгенә алтын теҙеп,
Бурыс менән илде бөлдөрҙө.
Береһе көн-төн үткәндәрҙе әрләй,
Үҙгәртәм, тип, ерҙе, күген дә,
Гел тарҡалыу, гел юғалтыу һаман…
Вәғәҙәләргә туҡбыҙ бөгөн дә.
Уйлап торһаң – ниҙәр күрелмәгән!
Боҙҙа туңыу, утта яныуҙар…
Сабый һымаҡ ышанғанға микән
Алданылар беҙҙе “даһиҙар” [1, 445-се б.].
Шағирҙың ошондай әҫәрҙәренә иғтибар итеп, күренекле ғалим Ғайса Хөсәйенов хаҡлы рәүештә түбәндәгеләрҙе яҙҙы: “Йылдар уҙа-уҙа ҡайһы бер яңылышлыҡтар, хаталар асылып төҙәтелгәс, бәғзе бер әҙиптәр, заманында беҙ ҙә хаталандыҡ, тип танырға яраталар. Әммә шағир, әҙип кешегә быны таныу ғына аҙ, шуны анализлау, шағирлыҡтың юғары вазифаһынан тороп нарыҡлау кешеләр өсөн, киләсәк өсөн мөһимерәк. Бына ошо нарыҡлау тенденцияһы Ғилемдар Рамазанов поэзияһында йылдан-йыл көсәйә килә” [3, 10-сы б.].
Советтар Союзы тигән бөйөк илдең тарҡалыуын, ябай хеҙмәт эйәлеренең бөлгөнлөккә төшөп, “демократ” битлеген кейгән йылғыр әҙәмдәрҙең, хәйләкәр алыпһатарҙарҙың власҡа килеүен, күптәрҙең тарихи үткәнде, бигерәк тә совет осорон фәҡәт яманларға, һүгергә, кире ҡағырға тотоноуҙарын бик ауыр кисерҙе шағир. “Хаҡлыҡ йоҙаҡтары ватылған…” тигән әҫәрендә ул аптыранып, ауыр тойғоларға бирелеп, түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтә:
Хаҡлыҡ йоҙаҡтары ватылған,
Тарҡатылған илем, һатылған.
Әллә үтәп тәҡдир фарманын –
Күптәр маҡтай батша заманын.
Етмеш биш йыл ғүмер – гел хата,
Артта ҡәһәрләнгән юл ята.
Әҙер малды алыпһатарҙар
Әфәнде тип үҙен атайҙар.
Тимәк, беҙ был ерҙә булмаған,
Был ҡалалар балҡып тыумаған,
Дошманды беҙ, тимәк, еңмәгән,
Беҙҙең карап Айға менмәгән.
Тимәк, бағып изге сатҡыға,
Ынтылмаған халҡым яҡтыға?
Тыумаған дамы ни батырҙар,
Ә беҙ хужа түгел, бахырҙар?
Ҡара көстәр ҡалҡа илемдә,
Яуызлыҡтан баштар эйелә.
Саф күңелдәр шуға төңөлә,
Яман заттан иҙелә, еңелә.
Үткән юлдар, йылдар – беҙҙеке,
Беҙ яҡлаған бөйөк илдеке,
Йөрәк ярып, телеп бәғерҙе
Уҙған һәр көн – изге, ҡәҙерле [1, 446-447-се бб.].
Әйтергә кәрәк, шағир үҙ ижади ғүмерендә художестволы тәржемә өлкәһендә лә бик әүҙем эшләне. Тиҫтәләгән рус һәм совет яҙыусыларының, шул иҫәптән А.С. Пушкин, М.Ю. Лермонтов, Н.А. Некрасов, Рәсүл Ғамзатов, Янка Купала кеүек данлыҡлы әҙиптәрҙең, әҫәрҙәрен оҫта итеп башҡортса яңғыратты. Уның үҙ әҫәрҙәре лә Р. Ахмедов, М. Дудин, Л. Шикина кеүек тәржемәселәр тарафынан бик күп телдәргә, атап әйткәндә, рус, украин, беларус, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, сыуаш, болгар, латыш, яҡут һәм грузин телдәренә ауҙарылған.
Фән өлкәһендәге эҙләнеүҙәре лә шаҡтай емешле булды Ғилемдар Йыһандар улының. Совет осоро шиғриәте һәм ундағы хеҙмәт кешеһе образы хаҡындағы дөйөм күҙәтеүҙәрҙән башлаған ғилми эшен ул айырым әҙиптәр, ижади быуындар тураһындағы төплө тикшеренеүҙәр итеп үҫтерҙе, башҡорт әҙәбиәтенең бүтән милли әҙәбиәттәр менән дуҫлыҡ, туғанлыҡ бәйләнештәрен барлауға, нығытыуға күп көс һалды. Уның Мөхөтдин Тажи, Маҡсуд Сөндөклө, Сәләх Кулибай, Назар Нәжми, Яҡуп Ҡолмой, Динис Исламов, Әхиәр Хәким һәм башҡа бик күп ҡәләмдәштәре хаҡындағы яҙмалары ғәйәт ихлас һәм йөкмәткеле булыуы менән айырылып тора. Ғалимдың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ижадына арналған хеҙмәте башҡорт әҙәбиәт ғилеменең ысын мәғәнәһендәге табышы, ҡаҙанышы ул.
Был хеҙмәт Өфөлә 1965 йылда – башҡорт телендә, 1970 йылда рус телендә донъя күрә, аҙаҡ бер ни тиклем тулыландырылған вариантта 1980 йылда Мәскәүҙә “Мәжит Ғафури. Тормошо һәм ижады тураһында очерк” исеме менән нәшер ителә. Унда Ғилемдар Йыһандар улы халыҡ шағиры тураһындағы үҙенә тиклем тупланған ғилми хеҙмәттәрҙе һәм әҙәби тәнҡит материалдарын тикшереп кенә ҡалманы, ә бик күп китапханаларҙа, архивтарҙа үҙе эҙләнеп тапҡан сығанаҡтарҙы ла өйрәнеп, Мәжит Ғафуриҙың тормош юлын һәм ижадын киң планда күпкә тулыраҡ итеп яңыса яҡтыртты, ысын мәғәнәһендә фәнни асыш яһаны. Әҙиптең 1902 йылда яҙған “Ишан шәкерттәре” тигән тәүге шиғырынан башлап ғүмеренең аҙағында ижад иткән шиғырҙары һәм публицистик яҙмаларына тиклем – барлыҡ әҫәрҙәре лә ғалим тарафынан ентекле өйрәнелде һәм баһаланды.
Монографияла күп кенә теоретик мәсьәләләр ҙә күтәрелгән һәм хәл ителгән. Шуларҙың береһе – ике теллелек мәсьәләһе. Мәғлүм булыуынса, ХХ быуат башына тиклем башҡорт әҙиптәре Урал-Волга буйы халыҡтары өсөн уртаҡ әҙәби тел булып хеҙмәт иткән иҫке төрки телендә яҙғандар, аҙаҡ башҡорт теле әҙәби тел булып формалашҡанса ҡәҙәр уларҙың әҫәрҙәре татар телендә нәшер ителгән. Был күренеш М. Ғафуриҙың ижад юлында ла асыҡ сағылыш тапҡан, тигән нигеҙле фекер әйтә ғалим.Ниндәй телдә генә яҙһа ла, әҫәрҙәрендә үҙ туған халҡының, тыуған еренең улы булып ҡалған ул, тип һығымта яһай.
Әҙиптең төрлө жанрҙарҙа ижад ителгән шиғри, прозаик һәм драматик әҫәрҙәрен күҙ уңынан үткәреп, Ғ. Рамазанов иң әһәмиәтлеләренә махсус туҡтала һәм уларҙың дөйөм әҙәби процесстағы, үҙ осороноң бүтән күренекле яҙыусылары әҫәрҙәре менән ижады бәйләнешендәге урынын билдәләй. Ошо рәүешле М. Ғафури ижадының ғына түгел, заманындағы башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре үҫешенең шаҡтай тулы картинаһын тыуҙыра.
1978 йылда нәшер ителгән “Әҙәбиәт офоҡтары” (“Горизонты литературы”) исемле китабына Ғилемдар Йыһандар улының төрлө йылдарҙа яҙылған фәнни, фәнни-популяр һәм тәнҡит мәҡәләләре тупланған. Уларҙа автор совет осорондағы милли әҙәбиәтебеҙҙең ҡайһы бер төрҙәренә һәм жанрҙарына төрлө яҡлы анализ яһай, айырым әҙиптәрҙең ижад юлын яҡтырта һәм заманы өсөн күренеш булырҙай әҫәрҙәргә туҡтала.
Ғалимдың 1980 йылда Мәскәүҙең “Современник” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан “Сәскәләр гөлләмәһе” (“Многоцветье”) тигән монографияһы башҡорт әҙәбиәтенең бүтән туғандаш халыҡтар әҙәбиәте менән ижади бәйләнештәренә арналған. Автор Ғабдулла Туҡай, Константин Иванов, Муса Йәлил, Педер Хузангай кеүек күренекле ҡәләм оҫталарының ижадына байҡау яһай һәм уларҙың тормош юлындағы, әҫәрҙәрендәге Башҡортостан, башҡорт мәҙәниәте менән бәйләнешле яҡтарҙы яҡтырта.
Ғилемдар Йыһандар улы күп томлы “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”н яҙыуҙа ла туранан-тура ҡатнашты. ХХ быуаттың икенсе яртыһындағы драматургияның үҫеш юлдары һәм Әхнәф Харисов, Әсхәт Мирзаһитов, Хәким Ғиләжев, Ибраһим Абдуллин, Нәжиб Асанбаев кеүек әҙиптәрҙең ижады буйынса бүлек һәм бүлексәләрҙең авторы нәҡ ул булды. Ғалимдың бындай хеҙмәттәре бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған, улар милли әҙәбиәтебеҙ тарихын артабан өйрәнеүселәр өсөн төплө сығанаҡ, мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, студенттар һәм уҡыусылар өсөн бик кәрәкле дәреслек, уҡыу әсбабы булып хеҙмәт итә.
Ижади һәм ғилми эшмәкәрлеге бик тынғыһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Ғ.Й. Рамазанов хәленән килгәнсә йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашып йәшәне. Күп тапҡыр Башҡортостан Яҙыусылар союзының идараһына ағза булып һайланды, 10 йылға яҡын республиканың Журналистар союзын етәкләне, алтынсы саҡырылыш СССР Юғары Советына депутат итеп һайланды, “Уральский следопыт” журналы мөхәрририәтенең ағзаһы булды.
Ошо юлдарҙың авторына ла Ғилемдар ағай менән бер нисә йыл бергә эшләү бәхете тейҙе. Уның кешелеклелеге, кеселеклелеге хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған. Хеҙмәттәштәренә һәр саҡ иғтибарлы, яғымлы һәм алсаҡ булды. Минең кеүек фәнгә яңы килгән йәштәргә айырыуса йылы ҡарашта торҙо, бәләкәй генә уңышты ла ҙур итеп күрһәтеп, ижадҡа дәртләндерер ине. Беҙҙең энә менән ҡойо ҡаҙыуға оҡшаған хеҙмәткә тоғро ҡалыуыбыҙҙа уның да йоғонтоһо булмай ҡалмағандыр, моғайын.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Ғилемдар Рамазанов хаҡында кескәй генә мәҡәләлә барыһын да яҙыу мөмкинлеге юҡ. Уны шағир, ғалим, әҙәби тәржемәсе, журналист, халыҡтағы популяр йырҙар авторы, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ тулы асыу өсөн ҙурыраҡ майҙан, төплөрәк тикшеренеү талап ителә.
Үҙенең етенсе тиҫтәһен ҡыуған көндәрҙә, дауылланып ярһыған диңгеҙгә ҡарап, шағир:
Ярһы, диңгеҙ, ярһы, әйҙә,
Ярһыуың ғәжәп түгел,
Миңә лә бит был донъяла
Тын йәшәү хәжәт түгел [1, 447-се б.], –
тип яҙғайны. Эйе, вайымһыҙ, тын ғына йәшәүҙе үҙһенмәне ул, ярһып-ярһып бик күп үҙенсәлекле шиғри әҫәрҙәр ижад итте, береһенән-береһе тос ғилми хеҙмәттәр яҙҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғилемдар ағайға үҙенең бөгөнгө тантаналы көндәрен күрергә насип булманы. 1993 йылдың 25 авгусында яҙмыш уны арабыҙҙан ваҡытһыҙ алып китте. Әммә ғүмере буйы бөтә донъя йөгөн тартып, яҡты юлдар ярған изге рухы әле лә беҙҙең арала, әле лә халҡы күңелендә.
Әҙәбиәт
1. Башҡорт шиғриәте антологияһы. Боронғонан алып ХХ быуат аҙағына тиклемге осор. Өфө: Китап, 2001. – 816 б.
2. Рамазанов Ғ. Алтмышаҙым. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте,1983.–542 б.
3. Хөсәйенов Ғ. Шағирҙың күңел донъяһы // Рамазанов Ғ. Алтмыш аҙым. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте,1983. – 5-13-сө бб.
Материалды әҙерләне
филология фәндәре докторы,
Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр
үҙәгене Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының
әҙәбиәт бүлеге мөдире М.Х. Нәҙерғолов
Документальные материалы ученого-фронтовика Г.З. Рамазанова
в Научном архиве УФИЦ РАН
В Научном архиве УФИЦ РАН в фонде Института истории, языка и литературы сохранились научные труды известного поэта и литературоведа Гилемдара Зигандаровича Рамазанова.
Гилемдар Зигандарович – известный башкирский поэт, им издано более 40 книг стихов и поэм на башкирском, русском и других языках. Им было подготовлено большое количество научных работ, в том числе монографий. Среди них наиболее значительным являются книга «Образ советского человека в башкирской поэзии» (1956), монографический раздел «Башкирская литература периода победы социализма» в книге «Башкирская советская литература» (1955), которые способствовали пропаганде башкирской литературы среди многонациональных читателей.
По архивным делам видно, что Г.З. рамазанов проделал большую работу по изучению творчества классика башкирской и татарской литератур Мажита Гафури. Результаты исследований были опубликованы в монографии «Творчество Мажита Гафури» на башкирском и русском языках. Данная научная работа представляет первое наиболее полное исследование о народном поэте. В 1978-1979 гг. под редакцией Г.З. Рамазанова увидели свет «Сочинения М. Гафури» в 4-х томах. В последние годы ученый-филолог написал монографические работы о развитии жанра повести в башкирской литературе и проблемах башкирской драматургии.
В фонде института имеются машинописи диссертационных работ, где научным руководителем является Рамазанов Г.З. Сохранилась работа А.Х. Вильданова «Просветительская литература в Башкирии и поэзия Мифтахетдина Акмуллы» (1977 г.), М.Г. Хамидуллина «Драматургия Баязита Бикбая. Проблема личности и народа в исторических произведениях». (1980 г.).
Ученый-фронтовик Г.З. Рамазанов научно-исследовательскую работу сочетал с общественной деятельностью, работал председателем Союза писателей журналистов БАССР, являлся членом правления Союза писателей Башкирии, членом редколлегии общественно-политического и литературно-художественного журнала «Агидель». Дважды избирался членом Башкирского обкома КПСС (1956–1963), депутатом Верховного Совета СССР 6-го созыва (1962–1966), членом Уфимского ГК КПСС (1976–1979). За заслуги в области журналистики литературы он был награжден орденом «Знак Почета» (1957), за крупные научные труды по литературе ему была присуждена Республиканская премия им. Салавата Юлаева (1982).
Научные труды ученого-фронтовика, хранящиеся в Научном архиве УФИЦ РАН, составляют подлинную гордость академической науки Башкортостана. Надеемся, что документальные материалы воина-победителя, ученого-филолога Г.З. Рамазанова и в дальнейшем привлекут молодых исследователей.
Материал подготовила заведующая
Научным архивом УФИЦ РАН Л.М. Гиниатуллина